Борай үҙәк район дауаханаһының автопаркы, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, тағы бер Лада Гранта Лифтбек машинаһы менән тулыланды. Хәҙер был милли проектты яңы йылдан башлап “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (“Продолжительная и активная жизнь”) милли проекты дауам итәсәк. Ғинуарҙың тәүге ике аҙнаһында ғына автомобилдә ҡырҡтан ашыу саҡырыу үтәлгән.
Автомобиль кисектергеһеҙ һәм планлы саҡырыуҙарҙы хеҙмәтләндереү, биологик материалдарҙы һәм препараттарҙы илтеү өсөн хеҙмәт итәсәк. Яңы автомобиль күп функциялы булыуы менән уңайлы. Багажнигына йыйылмалы носилканы һалып йөрөтөргә мөмкин.
–Яңы машиналар медицина хеҙмәткәрҙәренә тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн урынға ваҡытында барып етергә ярҙам итә, шулай уҡ уларҙың эшен ныҡ еңеләйтә, – ти Борай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радик Хәсәнов.
. 2025 йыл башынан илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эш башлаған киң ҡоласлы яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыласаҡ һәм был мөһим эшкә 2030 йылға тиклем бер триллион һум аҡса тотоноласаҡ.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.