Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Ғинуар , 22:20

Глэмпинг асырға теләүселәр субсидияға дәғүә итә ала

Республика эшҡыуарҙарын глэмпингтар булдырыу өсөн субсидиялар конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проектына (нацпроект “Туризм и гостеприимство”) ярашлы ойоштора. Һайлап алыу туры 2025 йылдың 3 мартына тиклем бара, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.    

Глэмпинг асырға теләүселәр субсидияға дәғүә итә ала
Глэмпинг асырға теләүселәр субсидияға дәғүә итә ала

- Туризм тармағындағы субсидиялар инфраструктураны үҫтереү һәм туризм өлкәһендәге хеҙмәттәрҙең сифатын яҡшыртыу өсөн мөһим ҡоралға әүерелә, - тине республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

Субсидия ҡунаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн капиталь булмаған әҙер модулле ҡоролма һатып алыуға һәм уны ҡороуға бирелә. Субсидияның иң ҙур күләме бер бүлмәгә 1,5 миллион һум тәшкил итәсәк, бүлмәләр һаны сикләнмәгән.

Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә һәм М-12 “Восток” автомобиль туристик маршруты янында урынлашасаҡ глемпингтарға өҫтөнлөк бирелә.

Ғаризалар ҡабул ителгәндән һуң Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы проектарҙың талаптарға тап килеүенә тикшерәсәк. Хуплау тапҡан проекттар артабан Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәрелә.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса әҙерләнгән һәм 2025-2030 йылдарҙа тормошҡа ашырыласаҡ.

Фото: pravitelstvorb.ru.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-18/glemping-asyr-a-tel-sel-r-subsidiya-a-d-it-ala-4088556

 

Автор:
Читайте нас: