Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ғинуар , 11:19

Йәрмәкәй районында ғаилә уйындары үтте

Был көндө Йәрмәкәй ауылына муниципалитеттың төрлө ауылдарынан мауыҡтырғыс фестивалдә ҡатнашыу өсөн һигеҙ ғаилә йыйылды.

Йәрмәкәй районында ғаилә уйындары үтте
Йәрмәкәй районында ғаилә уйындары үтте

Башҡортостан Республикаһының Йәрмәкәй районы Йәрмәкәй ауылында “Ғаилә” милли проекты (национальный проект “Семья”) сиктәрендә “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2025” республика фестиваленең муниципаль этабы үтте. Фестивалдең маҡсаты - халыҡты Яңы йыл байрамдарын әүҙем үткәреү, район халҡын физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, ғаилә институты статусын нығытыу һәм күтәреү.

Был көндө Йәрмәкәй ауылына муниципалитеттың төрлө ауылдарынан мауыҡтырғыс фестивалдә ҡатнашыу өсөн һигеҙ ғаилә йыйылды. Һәр команда өс кешенән торҙо: бала һәм уның ата-әсәһе. Ярыштар "Дуҫлыҡ" паркында һырғалаҡта үтте. Командалар көс, тиҙлек һәм етеҙлек буйынса “Тачка”, “Тупты сәкән менән алып барыу” һәм “Обруч менән йүгереү”, “Бобслей” конкурстарында көс һынашты. Сара аҙағында йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр бүләкләнде.

Фестиваль йомғаҡтары буйынса өсөнсө урынды Усман-Ташлы ауылынан Ғибаевтар ғаиләһе яуланы, икенсене - Спартак ауылынан Гәрәевтар ғаиләһе. Иҫке Турай ауылынан Вәлиевтар ғаиләһе еңеүсе булды. Улар Йәрмәкәй районынан “Яңы йыл ғаилә уйындары – 2025” фестивале финалында сығыш яһай. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Фото: Йәрмәкәй районы хакимиәте. 

Автор:
Читайте нас: