Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Ғинуар , 10:37

Ағастарҙы һаҡлайыҡ!

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығында “Шыршы – 2024” операцияһына йомғаҡ яһалды.    

Ағастарҙы һаҡлайыҡ!
Ағастарҙы һаҡлайыҡ!

Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығында “Шыршы-2024” оператив-иҫкәртеү операцияһына йомғаҡ яһалды. Сара 2024 йылдың 25 ноябренән 2025 йылдың 8 ғинуарына тиклем урман үҫентеләрен законһыҙ ҡырҡыуҙы иҫкәртеү, шулай уҡ шыршы продукцияһын әҙерләү һәм һатыуҙы оператив контролдә тотоу маҡсатында уҙғарылды. Сара "Экологик именлек" милли проектының (национальный проект “Экологическое благополучие”) “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында ойошторолған.

Операция барышында 1700-ҙән ашыу рейд үткәрелде, уларҙа урман инспекторҙары менән бер рәттән Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, төбәк Дәүләт техник күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре, йәмәғәт инспекторҙары һәм казак йәмғиәттәре ҡатнашты. 50-нән ашыу стационар пост һәм 140 күсмә төркөм ойошторолған.

– “Шыршы-2024” операцияһы барышында 175 дана ылыҫлы ағастарҙың законһыҙ ҡырҡылған һигеҙ осрағы асыҡланған. Дүрт осраҡ буйынса материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына ебәрелгән, енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Урмандарға килтерелгән зыян күләме 1.6. миллион һум тәшкил итте, - тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы министры урынбаҫары Юнир Садиҡов. – Бынан тыш, Белорет урман хужалығы биләмәһендә рөхсәт документтары булмаған өс аҡ шыршы тәпәйе әҙерләү осрағы асыҡланды, ғәйепле кешеләр административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Шулай уҡ Дыуан урмансылығы биләмәһендә “ҡайын” тоҡомоноң ағасын урлау осрағы асыҡланған. Материалдар Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы органдарына тапшырылған, Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә ҡарала.

Фото: Урман хужалығы министрлығы.

Автор:
Читайте нас: