Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылындағы үҙәк район моделле китапханаһында “Алтын аффирмация” тип аталған арт-терапия ойошторолдо. Ул ил Президенты Владимир Путиндың указы менән булдырылған яңы “Ғаилә” милли проекты (национальный проект "Семья") маҡсаттарына тура килә.
Сара ваҡытында ҡатнашыусылар аффирмацияның нимә икәнен һәм уның нисек эшләүен, шулай уҡ позитив раҫлауҙар нисек дөрөҫ фекер тыуҙырырға һәм маҡсаттарға өлгәшергә ярҙам итеүен белде. Практик өлөшөндә һәр кем уңышты һәм сәскә атыуҙы символлаштырған алтын төҫ элементтарын файҙаланып, үҙ теләктәренең уникаль картинаһын төшөргән. Был кисә ҡанатландырыусы ғына түгел, ә ысын мәғәнәһендә тылсымлыға әйләнгән.
“Ғинуар – теләктәр теләп, яңы йылға маҡсаттар ҡуйыу өсөн бик уңайлы осор. Сара барышында беҙ аффирмацияларҙың нимә икәнен һәм уларҙың нисек эшләүен белдек. Әммә иң мауыҡтырғыс мәл сараның художество өлөшөнә күскәс башланды. Һәр ҡатнашыусы үҙенең теләктәрен һәм хыялдарын сағылдырған үҙенсәлекле картина төшөрөү мөмкинлегенә эйә булды. Ыңғай кәйеф, яңы инсайттар, маҡсаттарымды сағылдырған матур картина менән саранан киттем”, – тине сара тураһында Ҡариҙелдә йәшәгән Әлзирә Йосопова.
Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.