Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ғинуар , 08:48

Туризм үҫешһен өсөн

Туризм комплексы өсөн электр станцияһы алынған.      

Туризм үҫешһен өсөн
Туризм үҫешһен өсөн

Башҡортостандың төбәк лизингы ярҙамы менән “Эколаб-Урал” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһы “Иҙел Башы” туризм комплексын йыһазландырыу өсөн дизель электр станцияһын алды. Был турала төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы хәбәр итә.

Финанслау суммаһы 48 айға 740 мең һум тәшкил итә. Лизинг ярҙамы “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы” ) башҡарылды.

- Туризм тармағын үҫтереүҙә лизинг ярҙамы ҙур роль уйнай. Бигерәк тә был секторҙың ҙур өлөшөн тәшкил иткән бәләкәй һәм урта предприятиелар өсөн мөһим. Лизинг компанияға тәүге иғәнәгә ҙур сығымдарһыҙ ғына ҡорамалдар, транспорт алырға мөмкинлек бирә. Был иһә уларҙың үҫшенә юл аса, - ти Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко.

“Иҙел Башы” туризм комплексы Ирәмәл милли паркында урынлашҡан. Комплекста алты йыһазландырылған модулле йорт бар. Кемпинг өсөн айырым зона, ике административ бина булдырылған.

Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.

Фото:"Башҡортостан" ДТРК-һы.

 

Автор:
Читайте нас: