Даирә
-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Ғинуар , 12:02

“Хәҙер йәһәт кенә барабыҙ ҙа етәбеҙ!”

2024 йыл эсендә дауахана автопаркы ике машинаға тулыланған.    

“Хәҙер йәһәт кенә барабыҙ ҙа етәбеҙ!”
“Хәҙер йәһәт кенә барабыҙ ҙа етәбеҙ!”

Балтас үҙәк район дауаханаһы автопаркы Лада Гранта Лифтбек автомобиле менән тулыланды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” (хәҙер уны “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты дауам итә) милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы алынды.

Автомобиль район дауаханаһына кисектергеһеҙ һәм планлы саҡырыуҙарҙы хеҙмәтләндереү һәм биологик материалдарҙы, дарыу препараттарын илтеү өсөн тәғәйенләнгән. Заманса машина күп функциялы булыуы менән отошло. Багаж ташыу өсөн уңайлы, йыйылмалы носилкалар ҙа унда һыя.

–2024 йыл эсендә дауахана  автопаркы ике машинаға тулыланды. Һуңғы йылдарҙа ашығыс һәм кисектергеһеҙ  ярҙам автопаркын һиҙелерлек яңырттыҡ. Хәҙер ауыл ниндәй генә алыҫлыҡта урынлашыуына ҡарамаҫтан, йәһәт кенә ауырыуҙар янына барып етә алабыҙ, – ти дауахананың баш табибы Салауат Ғилметдинов.

2025 йыл башынан илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эш башлаған киң ҡоласлы яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыласаҡ һәм был мөһим эшкә 2030 йылға тиклем бер триллион һум аҡса тотоноласаҡ.

Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

 

Автор:
Читайте нас: