Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
13 Ғинуар 2025, 06:38

Ситтән дә туристар байтаҡ

Яңы йыл каникулдарында Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә 2,7 мең кеше булған.

Ситтән дә туристар байтаҡСиттән дә туристар байтаҡ
Ситтән дә туристар байтаҡ

Яңы йыл каникулдарында республика әһәмиәтендәге тәбиғәт парктарында 2,7 меңдән ашыу кеше булған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда туристар һаны 600 кешегә артҡан. Сара “Экология” милли проекты бурыстарына ярашлы үткәрелде, уның дауамы булып “Экологик именлек” (национальный проект "Экологическое благополучие") милли проекты тора. Ул ио+л Президенты Владимир Путиндың указы менән булдырылды. 

Был осорҙа иң популяры “Ирәмәл” тәбиғәт паркы булған, бер аҙнала унда 1630 кеше ял иткән. Популярлыҡ буйынса икенсе урында – “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркы, унда 730 кеше булған. Башҡа тәбиғәт парктарында күрһәткестәр түбәндәгесә: “Еҙем” тәбиғәт паркында – 177, “Ҡандракүл”дә - 100, “Асылыкүл”дә - 96 кеше.

Республиканың айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре Башҡортостан халҡы өсөн генә түгел, Рәсәйҙең төрлө субъекттары, шул иҫәптән Мәскәү, Санкт-Петербург, Һамар, Татарстан Республикаһы, Пермь крайы, Ырымбур, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре туристары өсөн дә ҡыҙыҡлы ял итеү урынына әүерелә.

– Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын таҙа һауа, тауҙарҙың мөһабәт күренеше, тәбиғәтебеҙҙең үҙенсәлеге, йәйәүле экскурсиялар һәм ҡышҡы балыҡ тотоу йәлеп итә. Һәммәһен дә үҙҙәре өсөн уникаль тәбиғәт мөйөштәрен асырға һәм ошо ҡурсаулыҡ биләмәләрендә ҡабатланмаҫ матурлыҡты күреү мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмаҫҡа саҡырам, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.

 

 

Автор:
Читайте нас