Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
12 Ғинуар 2025, 11:29

Һөнәрҙе белеп һайла

Хеҙмәт баҙарында иң кәрәкле һөнәрҙәр асыҡланды

Һөнәрҙе белеп һайлаҺөнәрҙе белеп һайла
Һөнәрҙе белеп һайла

Төбәктең эш биреүселәренән алынған фекерҙәр, Башҡортостандың хеҙмәт баҙарындағы иң перспективалы һөнәрҙәрҙе асыҡланы. Яҡын киләсәктә машина эшләү, информатика, иҫәпләү техникаһы, төҙөлөш технологияһы өлкәһендәге белгестәр айырыуса кәрәк буласаҡ. Был турала Башҡортостан иҡтисадының кадрҙар менән тәьмин итеү тармағы буйынса Координация комитетының ултырышында алдағы йылдарға күҙаллауҙар тураһында әйтелде.

 -2024 йылда камиллаштырылған платформала анкеталауҙы республиканың 13 меңдән ашыу ойошмаһы үтте. Уларҙа эшләүселәрҙең дөйөм һаны 617 меңдән ашыу. Был унан алдағы йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа күберәк. Эш биреүселәрҙе йәлеп итеү республика буйынса кадрҙарға һорау буйынса аналитиканы деталләштерергә мөмкинлек бирә, - тине Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.

Киләһе өс йылда кадрҙарға иң ҙур һорау түбәндәгесә буласаҡ: машиналар төҙөү тармағына 22 мең эшсе, информатика һәм иҫәпләү техникаһы өлкәһенә 15,7 мең белгес, төҙөлөш техникаһы һәм технологияһына 15,7 мең оҫта, ауыл, урман һәм балыҡсылыҡ хужалығына 12,5 мең эшсе, геология, тау эше, нефтегаз һәм геодезия тармағына 11 мең белгес кәрәк буласаҡ. Кадрҙарға һорауҙы күҙаллау белем биреү биреү ойошмалары тарафынан ҡабул итеү һандарын билдәләгәндә лә иғтибарға алына.

Быйылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса “Кадрҙар” тигән милли проект (национальный проект "Кадры") эшләй башланы. Был милли проект кадрҙар менән тәьмин итеү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-12/n-r-e-belep-ayla-4080830

Автор:
Читайте нас