Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
10 Ғинуар 2025, 04:19

“Зубр һуҡмағы”на экскурсияға саҡыралар

Хәҙер Мораҙым тарлауығындағы ҡырағай тәбиғәт шарттарында мөһабәт хайуандар тормошо менән танышыу мөмкинлеге лә бар.

Башҡортостан Республикаһының Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһында Европа зубрҙары йәшәгән урындарға экскурсиялар башланыуы хаҡында һөйләнеләр. Туристарға бер йылдан ашыу Беларусь Республикаһынан килтерелгән хайуандар йәшәгән Мораҙым тарлауығының ҡырағай тәбиғәте шарттарында ял итергә тәҡдим итәләр.

Хәҙер туристарҙың зубрҙарҙың вольер хужалығына барыу ғына түгел, ә Мораҙым тарлауығындағы ҡырағай тәбиғәт шарттарында мөһабәт хайуандар тормошо менән танышыу мөмкинлеге лә бар. Парк ҡунаҡтары һәм ял итеүселәре өсөн “Зубр һуҡмағы” маршрутында Оло Эйек йылғаһы аша үтеү өсөн йәйәүлеләр өсөн күперҙәр барлыҡҡа килгән. Сара Экология” милли проектына булышлыҡ итеү маҡсатында тормошҡа ашырыла.

– Был биләмәләрҙең айырым статусы тәбиғәтебеҙҙең үҙенсәлекле урындарын, һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Әммә ял итеүселәр тураһында ла онотмайбыҙ, улар өсөн шарттар булдырырға тырышабыҙ — яңы маршруттар, экологик һуҡмаҡтар. Беҙ кешенең тәбиғәткә ҡыҫылыуы минималь булыуын теләйбеҙҠунаҡтарҙың килеүен онотолмаҫлыҡ итеү өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ, — тип билдәләне Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһының Экологик мәғариф һәм туризмды үҫтереү бүлеге етәксеһе Римма Ғәлиева.

“Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, эре сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ҡырҡа кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең үҙенсәлекле флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. РФ Президенты Владимир Путин инициативаһы менән милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Анатолий Ермоленко фотолары.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-09/zubr-u-ma-y-na-ekskursiya-a-sa-yralar-4078682

“Зубр һуҡмағы”на экскурсияға саҡыралар
 
“Зубр һуҡмағы”на экскурсияға саҡыралар
“Зубр һуҡмағы”на экскурсияға саҡыралар
“Зубр һуҡмағы”на экскурсияға саҡыралар
“Зубр һуҡмағы”на экскурсияға саҡыралар
“Зубр һуҡмағы”на экскурсияға саҡыралар
Автор:
Читайте нас