Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
8 Ғинуар 2025, 13:34

Эш урындары булдырыу, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу - төп бурыс

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәте тураһында һөйләне.

Эш урындары булдырыу, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу - төп бурысЭш урындары булдырыу, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу - төп бурыс
Эш урындары булдырыу, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу - төп бурыс

Андрей Назаров белдереүенсә, республикаға 135 миллиард һум күләмендә инвестиция йәлеп ителгән һәм 10 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырылған. Йәмғеһе 220 инвестиция проекты республиканың инвестиция портфелендә тора.

«Агросәнәғәт комплексы, сәнәғәт, туризм өлкәһендә тәҡдим итерлек проекттар байтаҡ. Уңайлы инфраструктура булдырыла, ярҙам саралары эшләй. Законға ярашлы, 2024 йылда ғына Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы 80 миллиард һумлыҡ 140 инвестиция проектын ҡабул итте. Инвестиция проекттары, балалар кеүек, тәүге консультациянан алып беренсе продукцияға тиклем һаҡсыл үҫтерелә һәм уларҙы күпме кәрәк, шунса оҙатып барабыҙ. Бөтә инвесторҙарға ла Үҫеш корпорацияһы ер участкаларын һайлауҙа, дәүләт ярҙамы сараларын һәм заем финанслауын йәлеп итеүҙә ярҙам күрһәтә. 2024 йылда ғына Башҡортостан Хөкүмәте һәм корпорация булышлығында 19 проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде», - тип яҙа ул үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Министрҙар кабинеты башлығы һүҙҙәренсә, Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы - төбәк инвестиция стандарты элементтарының эшен баһалау буйынса илдә иң яҡшы бишәү иҫәбендә. Ведомство илдә тәүгеләрҙән булып инвестиция тәҡдимдәре ҡоралын әҙерләне. Хәҙер төбәк тәжрибәһе Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан Төбәк инвестиция стандарты системаһына яңы элемент сифатында индерелде.

«Бөтә инвестиция проекттары, бөтә предприятиелар беҙгә һалым һәм эш урындары бирә - һәм был төбәктең төп бурыстарҙы хәл итеү мөмкинлектәрендә сағылыш таба», - тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

Уңышлы тормошҡа ашырылған инвестиция проекттарының күбеһе Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект “Туризм и индустрия гостеприимства”) һәм Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-08/esh-uryndary-buldyryu-haly-ty-y-sh-yeshen-ya-shyrtyu-t-p-burys-4076973

Автор:
Читайте нас