Башҡортостанда 2024 йылғы Бөтә Рәсәй экологик диктантында 350 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был - ҡатнашыусы төбәктәр араһында иң ҙур һан. Ил буйынса бөтәһе 6,7 миллион кеше экологик диктант яҙған.
2024 йылда, экодиктанттың алтынсы миҙгелендә, 6,2 мең офлайн майҙансыҡ эшләгән, уларҙың 224-е Башҡортостанда ойошторолған. Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәренең экологик белемен тикшерҙе. Бөтә Рәсәй экологик диктанты Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ойошторолған «Экология» милли проектының әһәмиәтле өлөшө булып тора.
2024 йылда экодиктанттың төп темалары "Ҡыҙыл китап", ҡурсаулыҡ биләмәләре һәм экологик туризм булды. Эштәрҙе уңышлы үтәү өсөн ресурстарҙы классификациялауҙы, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу урындарын белеү, экологик ғәҙәттәрҙең торошон баһалау, географик объекттарҙы һәм хайуан төрҙәрен билдәләү мөһим ине. Диктанттың иң әүҙем ҡатнашыусылары - республиканың белем биреү ойошмалары уҡытыусылары һәм уҡыусылары тип баһаланған.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов һүҙҙәренсә, республикала йәшәүселәр экологик диктантта йыл да әүҙем ҡатнаша. Офлайн майҙансыҡтар теркәлгән мәлдә үк ҡатнашыусылар һаны буйынса яңы рекорд ҡуйыуҙары билдәләнгәйне. Әйткәндәй, 2023 йылғы экодиктант йомғаҡтары буйынса Башҡортостан ҡатнашыусылар һаны буйынса, Мәскәүҙән ҡалышып, икенсе урынды алды.
Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин 12 - 18 йәшлек үҫмерҙәр диктантта ҡатнашыусыларҙың иң әүҙем ҡатламы булыуын билдәләне.
Фотолар Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.