Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектының (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә.
Дәүләкән ҡалаһы эшҡыуары Сергей Винатовский күптән спорт инвентары етештереү менән шөғөлләнә.
2023 йылда ул Дәүләкән районы хакимиәтенә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»нә производствоны киңәйтеү идеяһы менән мөрәжәғәт итә. Ул « Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү» милли проекты сиктәрендә финанс ярҙамы алыуға муниципаль конкурста ҡатнаша.
Был аҡсаға Сергей Винатовский иретеп йәбештереү аппараттары һәм автоматик таҫма бысҡыһы һатып алған, дәүләт ярҙамы продукция ассортиментын киңәйтергә һәм уны етештереү тиҙлеген арттырырға мөмкинлек биргән. Әле эшҡыуар үҙенең сайтын әҙерләй һәм ҡорамалдарҙы сауҙа интернет-майҙансыҡтары аша һатырға ниәтләй.
Сергей Винатовский - уңышлы эшҡыуар өлгөһө лә, ул аҡса эшләүҙән тыш, донъяны яҡшыраҡ итергә тырыша. Ул балалар ярыштарын ойоштороуҙа, махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам күрһәтә.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән.