Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
6 Ғинуар 2025, 17:11

Беҙҙең етенде биш ил һатып алған

Башҡортостандың ике районы аграрийҙары Европаға 879 тонна етен оҙатҡан. 

Беҙҙең етенде биш ил һатып алғанБеҙҙең етенде биш ил һатып алған
Беҙҙең етенде биш ил һатып алған

Әбйәлил һәм Стәрлебаш райондары аграрийҙары Бельгияға, Латвияға, Германияға, Польшаға һәм Швейцарияға 879 тонна етен оҙатҡан. Был хаҡта Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығында хәбәр иттеләр.

Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһы сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.

Һатып алыусы илдәрҙең һәм Европа берлегенең талаптарына ярашлы экспортҡа оҙатыу алдынан майлы культураны күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре тикшергән. Етен өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында тейешле тикшеренеүҙәр үткән.

“Хәүефле карантин организмдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланмаған. Башҡорт етене импортлаусы илдең талаптарына тап килә”, –тип билдәләнеләр Рәсәй Ауыл хужалығын Күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Бынан алда республика аграрийҙары тәүге тапҡыр Афғанстанға аҙыҡ-түлек етенен экспортҡа сығарған. Дөйөм алғанда, 529 тонна.

Был барлыҡ саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото: Россельхознадзорҙың БР буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте, архив фотоһы.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-01-05/be-e-etende-bish-il-atyp-al-an-4074713

Автор:
Читайте нас