Ишембай районының Сәлих ауылында,”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Яңы ФАП бөтә заман талаптарына һәм стандарттарына ярашлы урынлаштырылған. Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн тейешле йыһаздар һәм ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Унда фельдшер, процедура, ҡабул итеү кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау бүлмәһе бар. Аҙ хәрәкәтләнеүсән кешеләр өсөн пандус ҡуйылған.
Яңы медицина учреждениеһында тәүге медик- санитар ярҙамын Сәлих, Яңы Ивановка, Козловка һәм Богдановка ауылдары халҡы аласаҡ. Барлығы 476 кеше. Пациенттарҙы фельдшер Әлиә Ғафарова ҡабул итә.
“Һанлы ФАП”проекты һөҙөмтәһендә хәҙер һанлы медицина хеҙмәттәренән файҙаланырға мөмкин.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-12-22/s-lih-uramynda-la-bayram-4063119