Башҡортостандың Кушнаренко районында "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" төбәк проекты сиктәрендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы нормативтарын үтәгән кешеләргә билдәләр һәм таныҡлыҡтар тапшырыу дауам итә. Был юлы наградаға Шәрип ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары лайыҡ булды.
Көмөш һәм бронза айырма билдәләре һәм таныҡлыҡтар 2023-2024 уҡыу йылында ГТО Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы нормативтарын уңышлы үтәгән 113 уҡыусыға тапшырылды.
Билдәнең булыуы уҡыусының тормоштоң төрлө өлкәләрендә - уҡыу, социаль, мәҙәни, спорт, ижади уңыштарын сағылдырған “Уҡыусы портфолиоһы”нда теркәлә. Хәҙер бала портфолиоһын башланғыс кластарҙа уҡ йыя башлайҙар. Бынан тыш, ГТО уҡыусыларға вузға ингәндә билдәле бер өҫтөнлөк бирә: абитуриенттар “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексының алтын айырмалыҡ билдәһе булыуҙан тыш, көмөш, бронза миҙалдар яулай ала. Шулай уҡ ГТО билдәләрен алған студенттар юғары уҡыу йортонда тейешле ҡағиҙәләр эшләгән осраҡта юғары стипендияға дәғүә итә ала.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Кушнаренко районы хакимиәте.