Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Декабрь , 09:59

Йәшәү шарттарын яҡшырталар

Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә...

Йәшәү шарттарын яҡшырталар
Йәшәү шарттарын яҡшырталар

Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл Өфөлә республиканың капиталь ремонт программаһы буйынса күп фатирлы 21 йортта ремонт эштәре атҡарылған. Фасадтарҙы капиталь ремонтлау биналарҙың йылылыҡ һаҡлауына, кешеләрҙең йәшәү шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итә. Юғиһә ваҡыт үтеү менән төҙөлөш материалдары үҙ сифатын юғалта һәм һөҙөмтәлә йылылыҡ кәмей, йортто йылытыуға сығымдар күп китә. Фасадтарҙы яңыртыу энергияға киткән сығымдарҙы аҙайта һәм йорттарҙа йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшырта. Өҫтәүенә, биналарҙағы конструкция етешһеҙлектәрен бөтөрөү, мәҫәлән, стеналарҙы нығытыу уларҙа йәшәүселәрҙең ғүмерен дә хәүеф аҫтына ҡуймай. Әйткәндәй, Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт эштәрен атҡарыуға 5,5 миллиард һум аҡса тотоноласаҡ. Быларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышылҡ итә.

Фото, сығанаҡ: Башҡортостандың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Автор:
Читайте нас: