Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһы үҙәгендә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты буйынса Уҡытыусы скверы төҙөкләндерелде.
Йәмәғәт киңлеген төҙөкләндергәндә төҙөүселәр ял итеү зонаһының бер өлөшөнә плитка түшәгән, эскәмйәләр, аҫылмалы бәүелсәктәр, видеокүҙәтеү камералары ҡуйған, шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртҡан.
Бынан тыш, скверҙы металдан һәм тимер-бетондан яһалған 2,5 метрлыҡ скульптура биҙәне. Һәйкәл дәрестә шөғөлләнгән уҡытыусы һәм уҡыусыны ҡылыҡһырлай, ә таҡтала Дмитрий Менделеевтың “Уҡытыусының бөтә ғорурлығы уҡыусыларҙа...” тигән һүҙҙәре яҙылған. Был ижтимағи киңлектең төп биҙәгенә һәм Белорет районы педагогтарына хөрмәт күрһәтеү билдәһенә әүерелде. Арт-объект ҡуйылыу менән ҡала халҡында һәм ҡунаҡтарында популярлыҡ яулап өлгөрҙө.
Шулай уҡ милли проект буйынса Белоретта ике яңы биләмә төҙөкләндерелә - ЗАГС эргәһендә һәм Ағиҙел күпере аръяғында. Бынан тыш, эштәр Заматы биҫтәһендәге Блюхер исемендәге скверҙа дауам итә.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурыстарының береһе – ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы ҡалаларҙы төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп маҡсатлы күрһәткесе - йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Белорет районы хакимиәте.