Даирә
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
28 Ноябрь , 15:05

“Лада” лар ярҙамға килә

Ошо ваҡыт эсендә ул табиптарҙың ҙур ярҙамсыһына әүерелде, кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн 130 тапҡыр ауырыуҙар янына ашыҡты...  

“Лада” лар ярҙамға килә
“Лада” лар ярҙамға килә

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы, август айында Балтас районы  дауаханаһына “Лада Гранта” автомобиле алынды. Ошо ваҡыт эсендә ул табиптарҙың ҙур ярҙамсыһы булды, кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтеү өсөн 130 тапҡыр ауырыуҙар янына барҙы, дарыу препараттары, лабораторияларға биологик материалдар алып барыу өсөн файҙаланылды.

“Лада” бик уңайлы машина, – ти водителдәр. – Кондиционер ҡуйылған, алғы ултырғыстары ҡышҡыһын йылытыла. Һыуыҡта юлдарҙы яҡшы күреү өсөн тышҡы көҙгөләрҙе йылытыу системаһы эшләй. Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн хәүефһеҙлек мендәре бар, ултырғыс тышлыҡтарының яһалма күндән эшләнеүе уларҙы йоғошһоҙландырыусы сараларға тотороҡло итә”.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 Фото:https://resbash.ru/news/obshchestvo/2024-08-27/meduchrezhdeniya-bashkirii-poluchili-135-novyh-avtomobiley-3900597 

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-11-26/lada-lar-yar-am-a-kil-4023869 

Автор:
Читайте нас: