Республикабыҙҙың ауыл хужалығы кооперативтарының “Ауыл хужалығы кооперацияһы. Үҫеш механизмдары” тигән бишенсе съезы Өфөлә 28-30 ноябрҙә уҙғарыласаҡ. Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ” милли проектына ярашлы (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство”) ойошторола, тип хәбәр итә ауыл хужалығы министрлығы.
-Съезда ауыл хужалығы кооперацияһының, агросәнәғәт комплексында хужалыҡ алып барыуҙың бәләкәй формаларының үҫеш мәсьәләләре тикшереләсәк. Яңы эш алымдары менән уртаҡлашасаҡбыҙ, башҡа төбәктәрҙең тәжрибәһен өйрәнәсәкбеҙ, – тине Башҡортостандың ауыл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Илшат Фазрахманов.
Төбәктә 445 ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтары иҫәпләнә, уларҙың 25-е быйыл асылған. Ауыл хужалығы кооперациялары үҫеше темпы буйынса Башҡортостан алдынғылыҡты биләй. Быйыл 10 ай эсендә ауыл хужалығы кооперативтары 2,2 миллиард һумлыҡ продукция етештергән.
“Беҙҙең бренд” фестивалендә күргәҙмә экспозицияһы ла эшләй. Ул барлығы 150-нән ашыу етештереүсене, тәьмин итеүсене берләштерәсәк. Улар рәтендә Рәсәйҙең эре холдингылары ла, фермер хужалыҡтары ла буласаҡ.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарыҡ башланғыстарына ярҙам” милли проектының маҡсаты – бизнесты төрлө үҫеш этаптарында ла яҡлау. Милли проекттар 2019 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары менән тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.