Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
25 Ноябрь 2024, 04:57

Иң яҡшы үҙәк - Нефтекамала

Нефтекаманың «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге мәшғүллек өлкәһендәге Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында иң яҡшыларҙың береһе тип танылған.

Иң яҡшы үҙәк - НефтекамалаИң яҡшы үҙәк - Нефтекамала
Иң яҡшы үҙәк - Нефтекамала

Нефтекаманың «Рәсәй эше» кадрҙар үҙәге мәшғүллек өлкәһендәге Бөтә рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында иң яҡшыларҙың береһе тип танылған.

Был хаҡта социаль селтәрҙә Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Нефтекамалағы филиал «Иң яҡшы халыҡ мәшғүллеге үҙәге» номинацияһында иң яҡшы үҙәк булараҡ 3-сө урын алған. Был категорияла 50 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндергән,  ҙур ҡалаларҙа урынлашҡан үҙәктәр ярышҡан.

 "Нефтекамала мәшғүллек хеҙмәте республикала тәүгеләрҙән булып 2021 йылда Мәшғүллек үҙәктәрен комплекслы модернизациялау проектына ингәйне.  Хәҙер был күптән инде хеҙмәт биржаһы түгел, ә „Рәсәй эше“заманса кадрҙар үҙәге. Модернизация булыу менән күп күрһәткестәр яҡшы яҡҡа үҙгәрә. Иң мөһиме, ҡалала кадрҙар үҙәгенә мөрәжәғәт итеп эшкә урынлаштырылған граждандар кимәле  2021 йылдағы 41,2 проценттан 2024 йылда 78 процентҡа тиклем артҡан», — тип билдәләй ведомство етәксеһе.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған  «Демография» милли проекты (нацпроект “Демография”)  сиктәрендә 10 «Рәсәй эше»модулле кадрҙар үҙәге төҙөләсәк.

Фото: bashinform.ru 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-11-24/i-ya-shy-k-neftekamala-4021798 

 

Автор:
Читайте нас