Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
25 Ноябрь 2024, 04:52

Иҫке Балыҡлылар урамында ла байрам

Элек ауыл халҡы мәктәптең яраҡлаштырылған бүлмәһендә хеҙмәтләндерелгән.

Иҫке Балыҡлылар урамында ла байрамИҫке Балыҡлылар урамында ла байрам
Иҫке Балыҡлылар урамында ла байрам

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Баҡалы районының Иҫке Балыҡлы ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Яңы ФАП хәҙерге заман талаптарына һәм стандарттарына ярашлы төҙөлгән. Элек ауыл халҡы мәктәптең яраҡлаштырылған бүлмәһендә хеҙмәтләндерелгән. Яңы медицина пунктында фельдшер, ҡабул итеү, процедура кабинеттары, дарыуҙар һаҡлау өсөн бүлмә бар. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн пандус ҡуйылған.

–Яңы заманса медицина пунктында эш башлауыма бик шатмын. Ауылдаштар ҙа яҡты, йылы бинала медицина ярҙам аласаҡтарына һөйөнә, 325 пациентты, шул иҫәптән 60 баланы хеҙмәтләндереү минең өҫтөмдә, – ти фельдшер Клара Купцова.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

 Фото: health.bashkortostan.ru  

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-11-25/i-ke-baly-lylar-uramynda-la-bayram-4021481 

Автор:
Читайте нас