Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
25 Ноябрь 2024, 04:50

Документтарҙы онлайн юлларға яратаһығыҙмы?

Ә бына биш меңгә яҡын яҡташыбыҙ быйыл опека һәм попечителлек органдарына онлайн мөрәжәғәт итеүҙе өҫтөн күргән. Улар Берҙәм һәм Төбәк дәүләт хеҙмәттәре порталдарын ҡулланған.

Документтарҙы онлайн юлларға яратаһығыҙмы?Документтарҙы онлайн юлларға яратаһығыҙмы?
Документтарҙы онлайн юлларға яратаһығыҙмы?

Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин әйтеүенсә, ғаризаларҙы интернет аша тапшырыу уңайлы ла, тиҙ ҙә, сөнки юлға ваҡытты ла, аҡсаны ла сарыф итергә кәрәкмәй.

– Дәүләт хеҙмәттәре ғаризаларҙың ҡабул ителеүенән алып ҡаралыуына тиклемге мәғлүмәтте түкмәй-сәсмәй еткереп тора, – тине Геннадий Разумикин.

Халыҡ өсөн кәрәкле хеҙмәттәрҙе электрон төргә күсереү – “Һанлы иҡтисад” милли проектының (националььный проект “Цифровая экономика”) төп бурыстарының береһе. Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: it.bashkortostan.ru  

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-11-25/dokumenttar-y-onlayn-yullar-a-yarata-y-y-my-4021487 

Автор:
Читайте нас