Санкт-Петербургта “Петерфуд-2024” Халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһе үтте. Экспозицияла 20 ил һәм Рәсәйҙең 16 субъекты, шул иҫәптән Башҡортостан вәкилдәре ҡатнашты, тип хәбәр итә республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектына (нацпроект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, предприятиеларға теркәлеү өсөн түләүҙәр, стендтарҙы булдырыу һәм майҙансыҡтарҙы ҡуртымға алыу сығымдары ҡапланған.
Башҡортостандың стендында алты предприятие үҙ продукцияһын тәҡдим итте. Улар – шәхси эшҡыуар М.В. Григорьева етештергән шоколад, “Красноусол-премиум" һыуы, “Бүздәк” маркаһы менән етештерелгән консерваланған йәшелсә һәм еләк-емеш, шәхси эшҡыуар С.И. Байтлер етештергән майҙар, “Башҡорт умарталыҡтары” компанияһының бал һәм ҡортсолоҡ тауарҙары, шәхси эшҡыуар М.В. Гордеевтан фитотауарҙар.
– “Петерфуд-2024” күргәҙмәһе тәжрибә алмашыу, бәйләнештәр урынлаштырыу һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендәге яңы тенденцияларҙы асыҡлау өсөн уникаль майҙансыҡ булып тора. Эшҡыуарҙарыбыҙ ҡунаҡтарҙы үҙ продукцияһы менән таныштырып ҡына ҡалманы, сауҙа селтәрҙәре һәм тәьмин итеүселәр менән дә һөйләшеүҙәр алып барҙы. Күргәҙмәлә ҡатнашыу эшлекле хеҙмәттәшлек өсөн яңы офоҡтар аса һәм республикабыҙҙа тармаҡ үҫешен әүҙемләштерә, – тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин 2018 йылдың май айында илебеҙҙә халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен төрлө яҡлап яҡшыртыуға ҡоролған милли проекттарҙы тормошҡа ашыра башлау тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Күп һанлы проекттар араһында халыҡҡа эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү юлдарын асҡан “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ла бар. Ул Башҡортостанда уңышлы тормошҡа ашырылып килә.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/