Башҡортостан Республикаһының Туймазы районы хакимиәтендә сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үтте. Бизнес вәкилдәре менән осрашыуҙар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына ярашлы даими үткәрелә.
Кәңәшмәлә запасҡа сыҡҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы үҙ проектын тәҡдим итте. Ул ирҙәр өсөн бөҙрәхана салонын асырға ниәтләй. Ир-егеткә индивидуаль эшҡыуар сифатында теркәлеү серҙәрен аңлаттылар, ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр.
Людмила Байрамбарова Дуҫлыҡ ауылында спорт сумкалары һәм кейем-һалым етештереү буйынса цех асыу проектын әҙерләгән. Ханымға социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә грант ярҙамы конкурсында, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү муниципаль программаһында ҡатнашырға тәҡдим иткәндәр.
- Бизнесты башлауҙа ярҙам “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты маҡсаттарына яуап бирә, – тип билдәләне Туймазы районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Ирина Токарева.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Туймазы районы хакимиәте.