Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
20 Ноябрь 2024, 04:49

Дәррәү ҡатнаштылар

Өфө урман-техник техникумы студенттары һәм уҡытыусылары “БумБатл” акцияһы барышында 300 килограмм самаһы ҡағыҙ ҡалдыҡтарын эшкәртеүгә оҙатты.

Дәррәү ҡатнаштыларДәррәү ҡатнаштылар
Дәррәү ҡатнаштылар

“Экология” милли проекты маҡсаттарына ярашлы үткәрелгән “БумБатл” акцияһы барышында Өфө урман-техника техникумы студенттары һәм уҡытыусылары 300 килограмға яҡын макулатура йыйҙы.

Бер көн эсендә генә “БумБатл” акцияһында 30-ҙан ашыу студент ҡатнашты һәм 300 килограмм самаһы макулатура йыйҙы. Өфө урман-техника техникумы был акцияла ҡатнашыуҙан тыш, студенттарға экологик белем биреүгә йүнәлтелгән төрлө тәбиғәтте һаҡлау проекттарына ла әүҙем ярҙам итә.

– Республикала йәшәүселәр, ирекмәндәр, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре, төбәк операторҙары, икенсел сеймалды эшкәртеүселәр, белем биреү учреждениелары макулатура йыйыуға тотондо. Уларҙың һәр береһенә ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт, барыбыҙ ҙа ҡағыҙ ҡалдыҡтарҙы эшкәртеүгә ебәреп кенә ҡалманыҡ, ә тирә-яҡ мөхитте һәм планетабыҙҙың тәбиғи матурлығын һаҡлау эшенә тос өлөш индерҙек, – тип билдәләнеләр Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында.

“Экология” милли проекты (национальный проект "Экология") ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ныҡлы кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы. 

Автор:
Читайте нас