Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
19 Ноябрь 2024, 09:06

Стәрлетамаҡта бизнес өсөн һанлы продукттар булдырыу буйынса ярыш уҙа

22 ноябрҙән 24-нә тиклем Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы бизнес өсөн цифрлы продукттар булдырыу буйынса "КИБЕР-102" ярышын үткәрә. Һанлы продукттар булдырыу "Һанлы иҡтисад" милли проекты маҡсаттарына тап килә, тип хәбәр итә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы.

Стәрлетамаҡта бизнес өсөн һанлы продукттар булдырыу буйынса ярыш уҙаСтәрлетамаҡта бизнес өсөн һанлы продукттар булдырыу буйынса ярыш уҙа
Стәрлетамаҡта бизнес өсөн һанлы продукттар булдырыу буйынса ярыш уҙа

– Бындай ярыштарҙың төп бурысы – компаниялар, эшҡыуарҙар, уйлап сығарыусылар һәм мәғлүмәт технологияларын өйрәнеүсе студенттар араһында файҙалы хеҙмәттәшлек булдырыу. Бынан тыш, ярышҡа мәктәп уҡыусылары ла йәлеп ителә, улар, командалар булып берләшеп, эш биреүселәр ҡуйған бурыстарҙы хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк, - тип аңлатты Башҡортостандың дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин.

Командалар ярышының йүнәлештәре – веб-платформалар, мобиль ҡушымталар, онлайн сауҙа майҙандары, видеоуйындар, геймификацияланған ҡушымталар, виртуаль һәм өҫтәмә ысынбарлыҡ, виртуаль симуляторҙар һәм транажерҙар, ҙур мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү өсөн программалар, боттар, нейроселтәрҙәр, интеллектуаль системалар уйлап табыу.

Уҙған хакатондар ҙур һөҙөмтә биргән: компаниялар вәкилдәре проекттарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында командалар менән хеҙмәттәшлекте дауам итеү теләген белдергән, кемдәрҙер үҙ проекты өсөн етештереүселәрҙе таба.

2021 йылдан "Кибер 102" ярышы 7 тапҡыр уҙғарылған, унда 48 компания һәм эшҡыуар, 800-ҙән ашыу уйлап табыусы ҡатнашҡан.

Билдәле булыуынса, "Һанлы иҡтисад" милли проекты (нацпроект "Цифровая экономика") Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Башҡортостандың Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығы.

Автор:
Читайте нас