Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
19 Ноябрь 2024, 09:11

Балаҡатайҙа хеҙмәт коллективтары спартакиадаһы старт алды

Был көндө хеҙмәт коллективтары өс спорт төрөндә ярышҡан: дартс, скиппинг һәм электрон винтовканан атыу.

Балаҡатайҙа хеҙмәт коллективтары спартакиадаһы старт алдыБалаҡатайҙа хеҙмәт коллективтары спартакиадаһы старт алды
Балаҡатайҙа хеҙмәт коллективтары спартакиадаһы старт алды

Балаҡатай районында “Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Союз – 2024” хеҙмәт коллективтары спартакиадаһы старт алды.

16 ноябрҙә Яңы Балаҡатай ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә район спартакиадаһының беренсе этабы уҙҙы. Был көндө хеҙмәт коллективтары өс спорт төрөндә ярышты: дартс, скиппинг һәм электрон винтовканан атыу. Сәләмәт йәшәү рәүеше һәм спорт һөйөүселәр яҡшы физик әҙерлек, спорт энтузиазмы һәм еңеүгә ынтылыш күрһәтте. Спорт сараһында ҡатнашыусы һәр кеше спортҡа һәм һаулыҡҡа нисек ҡарарға кәрәклеген үҙ миҫалында күрһәтте. Турнирҙа ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә күтәренке рух һәм ыңғай тәьҫораттар алды, еңеүселәр лайыҡлы наградалар алды.

"Хеҙмәт коллективтарында спорт менән әүҙем шөғөлләнеү – ул сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш дәлиле, республика халҡын әүҙем тормош позицияһына дәртләндереү ул!", – тип билдәләне район хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Земфира Ғилманова.

Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Балаҡатай районы хакимиәте.

 

 

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас