Бөрйән районы эшҡыуары Рәнис Йәнбирҙин хакимиәткә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә күтәргесле тюбинг трассаһы булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Бөрйән районы хакимиәте менән берлектә проектты тормошҡа ашырыу өсөн уңайлы урын һайлағандар, ер участкаһын рәсмиләштергәндәр, ә һуңынан Рәнис муниципаль субсидия алыу өсөн конкурста ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә трасса өсөн күтәргес һатып алына, хакимиәт эшҡыуарға 500 мең һум күләмендә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплай.
– Башҡортостанда “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре менән осрашыуҙарҙың һөҙөмтәле форматы булараҡ танылды. Был практиканы ҡулланыу эшҡыуарҙарҙың власть менән аралашыуын яҡынайта, был бизнес-проекттарҙы тормошҡа ашырғанда һөҙөмтәле ҡарарҙар табырға мөмкинлек бирә, – тип белдерҙе Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
Рәнис Йәнбирҙин туризм өлкәһендә шөғөлөн 2020 йылда башлай. Әлеге ваҡытта Ырғыҙлы ауылында база эшләй, ул ике уңайлы ҡунаҡ йортон һәм балыҡсылыҡ хужалығын үҙ эсенә ала. 2023 йылда Рәйес Ислам улы күтәргесле тюбинг трассаһын төҙөргә ҡарар итә. Әле төҙөлөш эштәре алып барыла. Эшҡыуар миҙгел башланыр алдынан трассаны сафҡа индерергә ниәтләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проектын (национального проекта “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтә. Унда ҡатнашыуға ғаризаны Башҡортостан Республикаһының Инвестиция порталында бирергә мөмкин.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru