Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
15 Ноябрь 2024, 06:05

Яңы компьютерҙар Иҫәнғолға ла килеп етте

Иҫке техниканы яңыһына алмаштырыу электрон документтар әйләнешенә тулыһынса күсергә мөмкинлек бирәсәк.

Яңы компьютерҙар Иҫәнғолға ла килеп еттеЯңы компьютерҙар Иҫәнғолға ла килеп етте
Яңы компьютерҙар Иҫәнғолға ла килеп етте

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төбәк программаһына ярашлы, Иҫәнғол район дауаханаһына өс яңы компьютер алынды, тип хәбәр итә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автоматлаштырылған эш урындары медицина хеҙмәткәрҙәренә пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙыу, электрон карталарҙы алып барыу, льготалы рецептар, йүнәлтмәләр биреү мөмкинлеген бирә.

Яңы автоматлаштырылған эш урындары иҫке компьютерҙарҙы алмаштырасаҡ. Улар сифаты буйынса республика медицина мәғлүмәт системаһының эш талаптарына яуап бирә. Дауахананың баш табибы Владислав Ваһапов әйтеүенсә,  иҫке техниканы яңыһына алмаштырыу тулыһынса электрон документтар әйләнешенә күсергә, медицина учреждениеһының эш сифатын яҡшыртырға ярҙам итәсәк.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

Фото: https://uchalinka.com/articles/natsproekty/2024-11-10/v-isyangulovskoy-bolnitse-ustanovili-novye-kompyutery-4000197

 

Автор:
Читайте нас