“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Төбәк лизинг компанияһы лазер менән иретеп йәбештереү ҡорамалдары һатып алыу өсөн Стәрлетамаҡ компанияһына финанс ярҙамы күрһәтте. Дөйөм финанслау суммаһы 24 айға 900 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
- Лизинг бизнесҡа финанс ярҙамының һөҙөмтәле ҡоралы булып тора. Ағымдағы йылдың 10 айында төбәктә 72 лизинг килешеүе төҙөлгән, был 166 объект һатып алыуҙы 484 миллион һумдан ашыуға финансларға мөмкинлек биргән, - ти Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко.
«БэстФри» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһы роллет системаларын, секция ҡапҡаларын, шлагбаумдарҙы һәм тейәү ҡорамалдарын монтажлау менән шөғөлләнә. Ойошма роллет системалары баҙарында лидерҙарҙың береһе, «АЛЮТЕХ» продукцияһының рәсми дистрибьютеры булып тора. Лазер менән иретеп йәбештереү ҡорамалдары иретеп йәбештереү процесын тиҙләтергә һәм яҡшыртырға, шулай уҡ металдарҙы тутыҡтан һөҙөмтәле таҙартырға мөмкинлек бирәсәк.
- Юғары төп ставкаларҙы иғтибарға алып, лизинг яңы ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙы кәметергә ярҙам итте, был, үҙ сиратында, һатыуҙың рентабеллеген арттырасаҡ һәм продукциябыҙҙың сифатын яҡшыртасаҡ, - ти «БэстФри» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Светлана Барышева.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: БР Хөкүмәте сайтынан