Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
11 Ноябрь 2024, 04:16

Инсультты асыҡлауҙа яңы ынтылыш

Махсус медицина ярҙамы инсульттан үлем һәм инвалидлыҡ осраҡтарын кәметеүҙә ҙур аҙым булыр, тип көтөлә.

Инсультты асыҡлауҙа яңы ынтылышИнсультты асыҡлауҙа яңы ынтылыш
Инсультты асыҡлауҙа яңы ынтылыш

Өфөлә ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы базаһында Инсультты мониторинглау үҙәге асылды.Үҙәк командаһына иң яҡшы табип-неврологтар, ҡан тамырҙары хирургтары, рентгенологтар, нейрохирургтар, нур диагностикаһы белгестәре ингән. Яңы үҙәк эше “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы яһалма интеллект технологиялары нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

 Республика дауаханаларынан алынған мәғлүмәт тап ошо Үҙәккә  киләсәк, белгестәр алыҫ райондарҙа йәшәгән пациенттарҙағы инсультты теүәл асыҡлай һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә уларға юғары технологиялы ярҙам күрһәтә аласаҡ.

–Хәҙерге заманда  ҡан әйләнеше системаһы сирҙәре –  медицинала иң ҙур проблемаларҙың береһе. Беҙҙең республикала һигеҙ төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәренән  һәм ун тәүге ҡан тамырҙры бүлексәләренән торған селтәр булдырылған. Тап уларға  ашығыс рәүештә  инсультҡа дусар булыусылар килтерелә. Яңы үҙәк –  инсультологияла ҙур ҡаҙаныш, – тип билдәләне һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы  Айрат Рәхмәтуллин.

 Белгестәр бригадаһы тәүлек әйләнәһенә мейеләге ҡан әйләнеше тайпылыштарының рентген диагностикаһы  мәсьәләләре буйынса консультация ойошторасаҡ, инсультттың төрлө төрҙәрендә дауалау тактикаһын билдәләйәсәк. Урындарҙағы табиптар ҡатмарлы осраҡтарҙа кәңәшләшә, фекер алыша аласаҡ.

Махсус медицина ярҙамы инсульттан үлем һәм инвалидлыҡ осраҡтарын  кәметеүҙә ҙур аҙым булыр, тип көтөлә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Дина Арсланова
 
 
 
Инсультты асыҡлауҙа яңы ынтылыш
Инсультты асыҡлауҙа яңы ынтылыш
Автор:
Читайте нас