Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
9 Ноябрь 2024, 15:54

Дауаханаға – ун компьютер

Медицина инфраструктураһын яңыртыуҙа ырамлы аҙымдар яһала.    

Дауаханаға – ун компьютерДауаханаға – ун компьютер
Дауаханаға – ун компьютер

 Башҡортостанда “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының ”Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһы тормошҡа ашырыла. Тап ошо программа һөҙөмтәһендә Нефтекама ҡалаһы дауаханаһы яңы ун компьютер алды, медицина инфраструктураһын яңыртыуҙа ырамлы аҙым яһалды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.

 Ҡорамалдар амбулатор-поликлиника  звеноһында һәм стационарҙарҙа  белгестәр эшенең тәьҫирлеген  яҡшыртырға ярҙам итәсәк.

 – Иҫке техниканы яңыртыу һәм автоматлаштырылған эш урындары булдырыу берҙәм һанлы форматҡа күсеү өсөн мөһим шарт булып тора. Дәүләт мәғлүмәт системаһын индереү документтар әйләнеше процесын тиҙләтеүҙән тыш, медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын да яҡшыртасаҡ, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Рафаэль Зыятдинов.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото:  https://gtrk.tv/

Автор:
Читайте нас