“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, Мәсәғүт дауаханаһына амбулатор һәм стационар звеноһы хеҙмәткәрҙәренә эш урындарын йыһазландырыу өсөн өс компьютер алынды.
Яңы ҡорамалдар республика медицина мәғлүмәт системаһындағы эш талаптарына яуап бирә. Уның ярҙамында табип пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙа, электрон карталарҙы алып бара, йүнәлтмәләр, льготалы рецептар бирә. Яңы техника ярҙамында телемедицина консультацияларын үткәрергә мөмкин.
–Заманса ҡорамалдар персонал эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра. Берҙәм мәғлүмәт системаһы булдырыуҙың төп маҡсаттарының береһе – медицина учреждениеларының техник базаһын яңыртыу, – тип билдәләне дауахананың баш табибы Валерий Трофимов.
Бына ун йыл инде республиканың бөтә медицина ойошмалары Берҙәм һанлы платформала эшләй. Һанлы система 205 медицина ойошмаһын берләштерә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.