Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
8 Ноябрь 2024, 06:17

Учалы дауаханаһына компьютерҙар алынды

Яңы ҡорамалдар республика медицина мәғлүмәт системаһындағы бөтә эш талаптарына яуап бирә.

Учалы дауаханаһына компьютерҙар алындыУчалы дауаханаһына компьютерҙар алынды
Учалы дауаханаһына компьютерҙар алынды

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, Учалы дауаханаһына амбулатор һәм стационар звено персоналының  эш урындарын тәьмин итеү өсөн биш компьютер алынды. Был хаҡта Һаулыҡ һаҡлау министрлығында хәбәр иттеләр.

Яңы ҡорамалдар республика медицина мәғлүмәт системаһындағы бөтә эш талаптарына яуап бирә. Уларҙың ярҙамында табип пациенттарҙы ҡабул итеүгә яҙа, электрон карталарҙы алып бара, йүнәлтмәләр, льготалы рецептар бирә ала. Шулай уҡ яңы техника  телемедицина консультацияларын үткәрергә ярҙам итә.

–Заманса техника эш урындарын автоматлаштырырға, медицина учреждениеһы эше тәьҫирлеген күтәрергә ярҙам итәсәк, – тине Учалы дауаханаһының баш табибы Эльдар Ҡолғолдин.

Бына ун йыл инде республиканың бөтә медицина учреждениелары Берҙәм һанлы платформала эшләй.  Һанлы система 205 медицина ойошмаһын берләштерә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

Фото: https://uchaly102.ru/2023/08/09/благодаря-национальному-проекту-зд/

Автор:
Читайте нас