“Мәғариф” милли проектының “Рәсәй Федерацияһы граждандарын патриотик тәрбиәләү” федераль проекты сиктәрендә Федоровка районының Бала Сытырман ауылы мәктәбендә граждандар оборонаһы айлығы үтте. Ул граждандар араһында патриотик тәрбиә системаһының эшен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Сара уҡыусыларҙың хәүефһеҙлек кимәлен арттырыу, граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр мәсьәләләре буйынса уҡытыу алымдарын камиллаштырыу маҡсатында ойошторолдо.
Бер ай дауамында муниципалитетта төрлө саралар үтте. 1-11-се кластарҙың етәкселәре “Һинең именлегең” темаһына класс сәғәттәре үткәрҙе. РФ Граждандар оборонаһы көнө уңайынан Ватан хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренә арналған Бөтә Рәсәй асыҡ дәресе үткәрелде. Уҡыусылар өсөн ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә шәхси һаҡланыу сараларын файҙаланыу буйынса теоретик дәрестәр һәм практик күнекмәләр ойошторолдо. Педагогтар коллективы менән ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында инструктаждар үткәрелде.
“Уҡыусылар потенциаль хәүефтәр, үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, ашығыс хеҙмәттәрҙең номерҙары, эвакуация схемалары, шулай уҡ тәбиғи һәм техноген ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү алгоритмдары, террористик хәүефтәр менән танышты”, – тип билдәләне Бала Сытырман ауылы мәктәбе директоры Әҡлимә Ғәйетҡолова.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Федоровка районы хакимиәте.