Даирә
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Ноябрь 2024, 08:26

Дүртөйлө районында йәш эшҡыуар бүҙәнә үрсетергә ниәтләй

Иң бәләкәй, шул уҡ ваҡытта файҙалы ит һәм йомортҡа биреүгә шәп, еңел тәрбиәләнгән, талымһыҙ ҡош ул бүҙәнә.

Дүртөйлө районында йәш эшҡыуар бүҙәнә үрсетергә ниәтләй
Дүртөйлө районында йәш эшҡыуар бүҙәнә үрсетергә ниәтләй

Дүртөйлө районы хакимиәтендә һәр кесаҙна “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә йәш эшҡыуар консультация ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте һәм үҙенең мауығыуы тураһында һөйләне.

"Әле шәхси йорттарҙа йәшәгән кешеләрҙең күбеһе төрлө файҙалы йәнлектәр үрсетеү менән шөғөлләнә. Иң бәләкәй, шул уҡ ваҡытта файҙалы ит һәм йомортҡа биреүгә шәп, еңел тәрбиәләнгән, талымһыҙ ҡош – бүҙәнә. 2024 йылдың яҙынан уларҙы үрсетеү менән шөғөлләнәм, быға тиклем йорт ҡуяндары тоттом һәм аҙыраҡ аҡса эшләнем. Быйыл хужалыҡты киңәйтеп, бүҙәнә үрсетергә булдым. Йорт ҡуяндарын һатыуҙан эшләнгән аҡсаға инкубатор, брудер, бер нисә партия йомортҡа һәм бүҙәнә өсөн аҙыҡ һатып алдым. Әлеге ваҡытта минең 200-гә яҡын бүҙәнәм бар”, - тип уртаҡлашты осрашыуҙа ҡатнашыусы.

Район хакимиәте башлығы яңы эш башлаусы эшҡыуарҙың бизнес-идеяһын хупланы, структура подразделениелары белгестәре бүҙәнә үрсетеү һәм уларҙы ҡарау буйынса консультация ярҙамы күрһәтте.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-11-02/d-rt-yl-rayonynda-y-sh-esh-yuar-b-n-rseterg-ni-tl-y-3993558 

Автор:
Читайте нас: