“Булдыҡлы шәхес – булдыҡлы ил” темаһына арналған эшлекле аралашыуҙар форумдың 22 интерактив һәм фекер алышыу майҙансыҡтарында һәм Бөрө белем биреү ойошмаларының 15 майҙансығында уҙҙы. Дөйөм алғанда, фестивалдә меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Фестиваль үҙ алдына республика һәм ил сәнәғәтенә, иҡтисадына һәм мәғарифына кадрҙар әҙерләү һәм йәлеп итеү системаһын төҙөү бурысын ҡуя. Ойоштороусыһы – “Киләсәк лидерҙары” мәғарифты, мәҙәниәтте һәм спортты үҫтереү өлкәһендәге проекттарға ярҙам итеү һәм уларҙы үҫтереү автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы.
Пленар сессияла Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Кира Ғәләмова, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Светлана Верещагина, Бөрө районы башлығы Антон Талалов һәм башҡалар ҡатнашты.
– Быйыл беҙ “Мәғариф” һәм “Фән һәм университеттар” милли проекттарын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһайбыҙ. Улар республикабыҙҙың мәғариф системаһына күп нәмә бирҙе: мәктәптәрҙең һәм өҫтәмә белем биреү системаһының инфраструктураһы яңыртылды, һөнәрселек кластерҙары эшләй, юғары уҡыу йорттары студенттары кампусының беренсе өлөшө лабораторияларында тикшеренеүҙәр алып барыла. Беҙгә уҡыусыларға һәм ата-әсәләргә Башҡортостанда белеү алыу һәм карьера төҙөү өсөн иң уңайлы шарттарҙың булыуын күрһәтеү мөһим, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Кира Ғәләмова.
Һөнәри йүнәлеш биреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм әңгәмәләр менән Өфө фән һәм технологиялар университетының Социаль һәм гуманитар фәндәр институты, Өфө дәүләт нефть техник университеты вәкилдәре сығыш яһаны. Шулай уҡ креатив индустрия өлкәһендә белем биреү мәсьәләләре ҡаралды.
“Мәғариф” милли проектының (нацональный проект - "Образование") төп маҡсаты – белем биреү сифаты буйынса Рәсәйҙе донъяның иң алдынғы ун иле араһына индереү. “Фән һәм университеттар” милли проекты иһә илде өҫтөнлөклө өлкәләрҙә яңы технологиялар уйлап табыу буйынса биш иң алдынғы донъя лидерҙары исемлегенә сығарыу. Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото: pravitelstvorb.ru