Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы хәбәр итеүенсә, Ҡырмыҫҡалы районының Олокүл ауылындағы клубҡа капиталь ремонт үткәреп, ошо көндәрҙә уны асыу тантанаһы булған. Яңыртыу эштәре РФ Президенты В.В. Путин иғлан иткән “Мәҙәниәт” милли проекты (национаьный проект “Культура”) ярҙамында башҡарылған.
Ремонт эштәрен башҡарып сығыуға 18 миллион һум аҡса сарыф ителгән. Клубтың тамаша һәм спорт залдары, ҡыйығы, стеналары, сәхнәһе, иҙәне, инженер селтәре яңыртылған.
Олокүлдә дүрт мең кеше йәшәй. Клуб бинаһы 1976 йылдан бирле халыҡ өсөн ял һәм мәҙәни саралар урыны булып хеҙмәт итә. Түңәрәктәрҙә 200-ләп өлкән кеше һәм балалар – улар иҫәбендә һаулыҡ мөминлектәре сикләнгәндәре лә бар – шөғөлләнә. Бында “Батыр” спорт клубы эшләй, бейеү түңәрәктәре үткәрелә, ауыл китапханаһы менән Балалар сәнғәт мәктәбе филиалы ла ошонда урынлашҡан.
Хәҙер олокүлдәргә рәхәтләнеп килеп тамашалар ҡарарға, йыйылыштар үткәрергә, ижади шөғөлдәр менән булырға заманса бина бар.
Фото: БР Мәҙәниәт министрлығынан.