Даирә
0 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Ноябрь 2024, 17:21

Бәләбәй ҡалаһы дауаханаһына – яңы компьютерҙар

– Амбулатор һәм стационар звено хеҙмәткәрҙәренең эш урынын йыһазландырыу өсөн ете компьютер ҡайтарылды. Яңы ҡорамал күп урынды алмай, шул уҡ ваҡытта республика медицина мәғлүмәт системаһында эшләү талаптарына яуап бирә, – тине Бәләбәй ҡалаһы дауаханаһының баш табибы Рөстәм Ишмырҙин.    

Бәләбәй ҡалаһы дауаханаһына – яңы компьютерҙар
Бәләбәй ҡалаһы дауаханаһына – яңы компьютерҙар

Компьютер ярҙамында табиптар пациенттарҙы ҡабул итеү ваҡыт билдәләй, электрон карталар алып бара, юлламалар, льготалы рецепттар яҙҙыра ала. Шулай уҡ яңы техника медицина ойошмалары араһында телемедицина консультацияларын үткәреү мөмкинлеген бирә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү бурыстары ҡуйылған. Дауаханаларҙың техник нигеҙен нығытыу ошо бурыстарҙы үтәүгә, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (нацпроект “Здравоохранение”) тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән дә инде.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында әйтеүҙәренсә, 10 йылдан ашыу республиканың барлыҡ медицина ойошмалары Берҙәм һанлы платформала – һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә дәүләт мәғлүмәт системаһында эшләй. Һанлы система 205 медицина ойошмаһын һәм бер үк ваҡытта эшләүсе 25 меңдән ашыу ҡулланыусыны, шулай уҡ 4,5 миллион самаһы электрон медицина картаһын берләштерә.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:
Читайте нас: