Даирә
+21 °С
Облачно
Милли проекттар
1 Ноября 2024, 09:39

Ейәнсура районында “Башаҡ” байрамы үтте

Сараға абруйлы ҡунаҡтар – үҙҙәренең хеҙмәте менән ауыл биләмәһен данлаған кешеләр саҡырылған.

Ейәнсура районында “Башаҡ” байрамы үттеЕйәнсура районында “Башаҡ” байрамы үтте
Ейәнсура районында “Башаҡ” байрамы үтте

Ейәнсура районының Сереғол ауылында "Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә “Башаҡ” байрамы уҙҙы.

Сараға абруйлы ҡунаҡтар – үҙҙәренең хеҙмәте менән ауыл биләмәһен данлаған кешеләр саҡырылған. Улар, һәр йортта саф һәм хуш еҫле икмәк булһын өсөн, арымай-талмай тырыша. Ҡунаҡтарҙың һәр береһе телмәр тотто һәм игенселәргә, ауыл эшсәндәренә арналған матур байрам өсөн рәхмәт әйтте. Улар Чапаев исемендәге колхозда бергә эшләгән һәм уны күтәргән коллегаларын йылы һүҙҙәр менән иҫкә алды. 

Сара сиктәрендә матур концерт ойошторолдо, унда тыуған яҡҡа, икмәккә, механизаторҙарға һәм колхоз баҫыуҙарына арналған ретро-йырҙар башҡарылды. Тамашасылар был йырҙарҙы ихлас тыңланы, ҡушылып йырланы һәм һәр артистарҙы көслө алҡыштар менән дәртләндерҙе.

Концертта “Хәтирә” фольклор ансамбле, “Ҡарасәй” халыҡ фольклор-этнографик ансамбле, “Умырзая” вокаль ансамбле һәм райондың башҡа ижади коллективтары сығыш яһаны. Уларҙың дәрттәре, энергияһы һәм башҡарыу оҫталығы тамашасыларҙы битараф ҡалдырманы. Артистар йыр-бейеүгә генә түгел, уҙған дәүерҙе һағыныу, һоҡланғыс хис-тойғолар, шатлыҡ бүләк итте. Ә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Мырҙабаева башҡарыуындағы йыр концерттың күркәм биҙәге булды.

Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ейәнсура районы хакимиәте.

Автор:
Читайте нас