Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
30 Октябрь 2024, 06:34

Ишембай уҡыусылары киберспорт турнирының суперфиналында сығыш яһаны

Илебеҙҙең 30-ҙан ашыу төбәгенән 372 уҡыусы һәм юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары вуз-ара студент кампусында ярышты.

Ишембай уҡыусылары киберспорт турнирының суперфиналында сығыш яһаныИшембай уҡыусылары киберспорт турнирының суперфиналында сығыш яһаны
Ишембай уҡыусылары киберспорт турнирының суперфиналында сығыш яһаны

Өфөлә программалаштырыу буйынса “Берлога” Бөтә Рәсәй киберспорт турнирының суперфиналы уҙҙы. Илебеҙҙең 30-ҙан ашыу төбәгенән 372 уҡыусы һәм юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары вуз-ара студент кампусында ярышты. Ярыштарҙың асыҡ этабы “Фән һәм университеттар” милли проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙҙы.

Онлайн-этап йомғаҡтары буйынса, “Берлога”ның суперфиналына 14 төбәктән иң яҡшы 20 коллектив эләкте. Улар араһында Ишембай ҡалаһы уҡыусылары Дмитрий Жадаев менән Ярослав Мальгин да бар. Команда составына шулай уҡ Мәскәү юғары уҡыу йорто студенты Арсений Вараксин ингән. Йәштәр алдынғы ҡатнашыусылар лигаһында сығыш яһаны. Уларҙың остаздары – Наталья Мальгина (“КиберРоб” берләшмәһе) һәм Анна Жадаева.

Командалар “Берлога” милли киберфизика платформаһының “Умарталыҡты һаҡлау” беренсе стратегик уйынында юниттар программалауы оҫталығында ярышты. Беҙҙең командаға өс призер иҫәбенә инеү өсөн саҡ ҡына етмәне, улар дүртенсе урынды алды.

“Берлога” – ул мәктәп уҡыусыларына программалау нигеҙҙәрен өйрәнеүҙән тыш, реаль сәнәғәт һәм технологик проекттарҙа программистҡа кәрәкле фекерләү формалаштырыу мөмкинлеге биргән яңы уҡытыу инструменты. Беҙҙең егеттәр өсөн бындай кимәлдәге турнирҙа ҡатнашыу тәжрибәһе беренсе булды һәм бик күп ыңғай тәьҫораттар бүләк итте, артабан да “Берлога”ла программалауыбыҙға дәрт өҫтәне”, - тип билдәләнеләр Ишембай районы хакимиәтендә.

Билдәле булыуынса, “Фән һәм университеттар” (национальный проект “Наука и университеты”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото: Ишембай районы хакимиәте.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-28/ishembay-u-yusylary-kibersport-turniryny-superfinalynda-sy-ysh-ya-any-3986716 

Автор:
Читайте нас