Даирә
+24 °С
Ямғыр
Милли проекттар
28 Октябрь 2024, 04:26

Тыуған районында «ҡырағай» туризмды тәртипкә һалырға ҡарар итә

Ул ойошторған предприятие үҙ ваҡытында Бөрйән районында теркәлгән берҙән-бер туроператор була, ә Урал Хәлиуллин үҙе 2011 йылда «Йыл эшҡыуары» республика конкурсында еңеп, эске туризм өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар булып таныла.

Тыуған районында «ҡырағай» туризмды тәртипкә һалырға ҡарар итәТыуған районында «ҡырағай» туризмды тәртипкә һалырға ҡарар итә
Тыуған районында «ҡырағай» туризмды тәртипкә һалырға ҡарар итә

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Бөрйән районы хакимиәтендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында сираттағы кәңәшмә үтте.

Райондың бизнес – шерифы Илфат Ғәлин белдереүенсә, Урал Хәлиуллин - Бөрйән районында туризмды башлап үтеүсе. Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультеты дипломы менән ауыл мәктәбенең элекке директоры ҡасандыр Иҫке Собханғол ауылында үҫмерҙәр клубын ойоштора һәм тап шул саҡта туризм менән мауыға һәм тыуған районында «ҡырағай» туризмды тәртипкә һалырға ҡарар итә.

“Беҙҙең әүҙемлек менән ул үҙенең турфирмаһын ойоштороуға тотондо. Фекерҙәштәре менән бергә үҫеш стратегияһын әҙерләне, бизнес-план яҙҙы, район үҙәгендәге ҡунаҡхана менән офисты тәртипкә килтерҙе, Миңлеғол ауылында үҙенең туристик базаһын төҙөй башланы.

Ул ойошторған предприятие үҙ ваҡытында Бөрйән районында теркәлгән берҙән-бер туроператор булды, ә Урал Хәлиуллин үҙе 2011 йылда «Йыл эшҡыуары» республика конкурсында еңеп, эске туризм өлкәһендә иң яҡшы эшҡыуар булып танылды.

2023 йылда Урал Хәлиуллин ер участкаһын рәсмиләштереп, «Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә «Аҡбулат» глэмпингын ойоштороу проекты менән таныштыра. Беҙ идеяны хупланыҡ, һәм бизнесмен республика конкурсында еңеп сыҡты, модулле капиталь булмаған урынлаштырыу сараһын булдырыуға грант отто.

«Аҡбулат» глэмпингы Бөрйән районында, бөтә донъяға билдәле Шүлгәнташ мәмерйәһенән 9 саҡрым алыҫлыҡта Иҫке Собханғол - Мораҡ автомобиль юлы эргәһендә урынлашҡан. Хәҙер Урал Хәлиуллиндың - туристик базаһы ла, глэмпингы ла. Эшҡыуарға уңыштар һәм сәскә атыуҙарын теләйем”,  -тип яҙған Илфат Ғәлин.

"Хөрмәтле бизнесмендар һәм эшҡыуарҙар рәтен тулыландырырға теләүселәр! Һеҙҙе бизнесты алып барғанда килеп тыуған ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн хакимиәткә саҡырабыҙ. “Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре” эшҡыуарҙың власть менән үҙ-ара эшмәкәрлеген яйға һала һәм эшҡыуарҙарҙың килеп тыуған мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә ярҙам итә”, – тип билдәләнә Бөрйән районының бизнес-шерифы Илфат Ғәлин.

Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

Фото һәм сығанаҡ: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмөнән

 

 
Тыуған районында «ҡырағай» туризмды тәртипкә һалырға ҡарар итә
Тыуған районында «ҡырағай» туризмды тәртипкә һалырға ҡарар итә
Тыуған районында «ҡырағай» туризмды тәртипкә һалырға ҡарар итә
Тыуған районында «ҡырағай» туризмды тәртипкә һалырға ҡарар итә
Автор:
Читайте нас