Даирә
+21 °С
Болотло
Милли проекттар
2 Октябрь 2024, 15:00

Милли проект ярҙамында тағы бер урам ремонтлана

Өфөлә Дзержинский урамын төҙөкләндерә башланылар.    

Милли проект ярҙамында тағы бер урам ремонтланаМилли проект ярҙамында тағы бер урам ремонтлана
Милли проект ярҙамында тағы бер урам ремонтлана

Өфөлә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”)  булдырған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, Дзержинский урамын төҙөкләндерә башланылар.

“Юл япмаһын яңыртыу ошо урамдың Ленин һәм Совет райондарындағы Вокзал урамынан алып Аксаков урамына тиклемге өлөшөн үҙ эсенә ала”, – ти баш ҡаланың Ленин район хакимиәте башлығы Олег Котов.

Эшселәр урам-юл селтәрәнең 10 мең квадрат метрын ремонтлаясаҡ.  Проектта иҫке асфальт япмаһын фрезлау һәм яңыһын түшәү ҡаралған.

“Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, быйыл Өфөлә дөйөм оҙонлоғо 29 километр булған 12 участка ремонтланасаҡ.

Фото: “Башинформ”.

 

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-02/milli-proekt-yar-amynda-ta-y-ber-uram-remontlana-3953520 

Автор:
Читайте нас