“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Яңауыл районы хакимиәтендә сираттағы "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үтте.
Унда ҡатнашыуға заявка “Хәтер” ритуал хеҙмәттәре салоны етәксеһе Салауат Яруллиндан килде. Был өлкәлә компания 10 йылдан ашыу эшләй. 2022 йылдың декабрендә лизингҡа Zvezda ZL30 тейәгесе һатып алған. Эшҡыуарҙы Рәсәйҙең лизинг ойошмалары менән төҙөлгән лизинг килешеүе буйынса беренсе иғәнә һәм лизинг түләүҙәренә сығымдарҙы ҡаплау формаһында финанс ярҙамы күрһәтеү шарттары ҡыҙыҡһындырҙы.
"Төрлө ритуаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙә ҙур тәжрибәбеҙ бар. Әлеге ваҡытта конкурс һайлап алыуында ҡатнашырға теләйбеҙ ", - тип пландары менән уртаҡлаша эшҡыуар.
Салауат Яруллинға консультация ярҙамы күрһәтелде, шулай уҡ конкурс еңеүсеһен билдәләү өсөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары заявкаларын баһалауҙың төп критерийҙары тураһында мәғлүмәт еткерелде.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Яңауыл районы хакимиәте.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-10-01/esh-yuar-y-i-tibar-men-n-ty-lanylar-3952182