Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылында Үҙәк майҙан йылдан-йыл үҙгәрә, төҙөкләнә, тип хәбәр итә Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы. Төҙөкләндереү эштәре “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” федераль программаһына ярашлы башҡарыла.
2023 йылда Үҙәк майҙанда яңы инфраструктура барлыҡҡа килгән. Уға йәйәүлеләргә уңайлы юл, ял өсөн майҙансыҡтар, заманса яҡтыртҡыстар, видеокүҙәтеү системаһы, эскәмйәләр, урналар, клумбалар, яңы Маҡтау таҡтаһы инә.
Хәҙер был майҙан - Мәсетленең күркәм урыны, унда күләмле саралар уҙғарыла, шул иҫәптән республика, төбәк-ара кимәлдә лә.
Ағымдағы йылда бында Мәктәп урамында иҫке ҡойманы һүтеү эштәре тамамланырға тейеш. Шулай уҡ Район мәҙәниәт йорто эргәһендәге туҡталҡа киңәйтелеп, төҙөкләндереләсәк, асфальт япма яңыртыласаҡ, тротуарға таш түшәләсәк. Мәҙәниәт йорто алдындағы участкала балалар майҙансығы, күләгәле япмалар, яҡтыртҡыстар менән ял зонаһы урынлашасаҡ.
-Районыбыҙ йөҙөндәге үҙгәрештәрҙе халыҡ та күрә. Киләһе йылда майҙансыҡты төҙөкләндереүҙең өсөнсө этабы планлаштырыла. Уға ярашлы Оло Ыҡтамаҡ ауылының Мәктәп урамында тротуар төҙөкләндереләсәк, - тине Мәсетле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Азамат Ҡәләмов.
Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.
Фото: “Республика Башкортостан” гәзите сайтынан.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-09-28/milli-proekt-k-may-andy-ya-yrta-3948452