Ғинуарҙан август айына тиклем Берҙәм лицензиялар реестрында теркәлгән 179 ойошмаға лицензия алған йәнә өс ойошма өҫтәлде.
– Эндоскопия – яҡтыртыу һәм оптик системаһы булған эндоскоп ярҙамында эске ағзаларҙы тикшереү ысулы. Эндоскопия диагностика һәм дауалау маҡсатында хирургияла, гастроэнтерологияла, пульмонологияла, оториноларингологияла һәм медицинаның башҡа өлкәләрендә файҙаланыла, – тип һөйләне Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензия бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.
Эндоскопия аш һеңдереү системаһы яғынан билдәләрҙе өйрәнеү өсөн ҡулланыла. Уҡшыу, эс ауыртыуы, йотоу ауырлашыуы, ашҡаҙан-эсәктән ҡан китеү осраҡтарын асыҡлай ул. Шулай уҡ анемия, ҡан китеү, аш һеңдереү системаһында яман шеш сирҙәрен биопсия үткәреү ысулы менән диагностикалауҙа ҡулланыла.
Эндоскопия хирургияһы операцияларҙы тәбиғи физиологик тишемдәр аша үткәрергә ярҙам итә. Хирург был осраҡта бөтә манипуляцияларҙы, ситтән тороп, микрохирургия инструменттары системаһына идара итеп, мониторҙа операция барышын күҙәтеп башҡара.
Хәҙер медицина лицензиялары алыу еңелләште. Тәүге тапҡыр рәсмиләштереү 15 көнгә тиклем ҡыҫҡарҙы.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение) төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-09-27/tabiptar-y-u-uly-ul-3947422