“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә , “Рәсәй экспорт үҙәге” экспорт мәктәбенең “Экспорт форсажы: еңел сәнәғәт” программаһының 4-се ағымы старт алды. Был белем биреү программаһын Башҡортостандың 15 предприятиеһы үҙләштерәсәк. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисад бәйләнештәре һәм конгресс эшмәкәрлеге министры вазифаһын башҡарыусы Марагарита Болычева ҡатнашыусыларҙы уҡытыу башланыуы менән тәбрикләне.
- Был программа бизнестың экспорт бурыстарын үтәүҙең барлыҡ этаптарында ла уңышлы эшләй – ҡатнашыусылар остаздар һәм тренерҙар тарафынан яҡлау таба. Шул арҡала һәр өсөнсө ҡатнашыусы компания экспорт контрактына сыға. 2024 йылда “Экспорт форсажы” программаһын агросәнәғәт комплексы һәм нефть газы тармағы вәкилдәре үтте. Химик сәнәғәт өсөн уҡытыу август айында старт алды. Ә дүртенсе ағымдың – еңел сәнәғәттең ҡатнашыусылары программаны сентябрҙән декабрь айына тиклем үтәсәк, - тине Марагарита Болычева.
Уҡытыу программаһы 9 интенсив ике аҙналыҡ модулдән тора. Был ваҡыт эсендә компания экспорт эшмәкәрлеген алып барыу, баҙарҙы һайлау, һатып алыусыны эҙләү, экспорт маркетингы, финанс шарттарын формалаштырыу, күргәҙмәләрҙә һөҙөмтәле ҡатнашыу кеүек һорауҙарҙы тикшерәсәк. Шулай уҡ эшҡыуарҙар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашасаҡ.
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәрен акселерацион программаларҙа уҡытыу Экспортҡа ярҙам үҙәге иҫәбенә финанслана. Бынан тыш бизнес экспортҡа продукцияны транспортлау менән бәйле сығымдарҙы ҡайтарыуға субсидия ала. Шулай уҡ Башҡортостан исеменән делегация составынада сит ил бизнес-миссияларҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар.
“Экспорт форсажы” программаһы эшҡыуарҙарҙы экспортҡа тиҙ арала сығарыуға ҡоролған программа. Был программала ҡатнашыусылар алдында уҡыу тамамланғандан һуң 12 ай эсендә экспорт контракты төҙөү маҡсаты тора.
Милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары буйынса 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2024-09-27/biznesty-tere-s-n-u-ytalar-3947408