Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урынлашҡан ишкәкле слалом комплексы төҙөлөшө тамамланып килә. Объект “Демография” милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" федераль проекты сиктәрендә һалына.
Объекттың әҙерлеге – 98 процент. Заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының Капиталь төҙөлөш идаралығы. Канал Йылы күл менән Өфө йылғаһын берләштерә, уның оҙонлоғо 250 метр тәшкил итә, тәрәнлеге – 1,75 метр. Комплекс йыл әйләнәһенә эшләйәсәк. Объект Рәсәйҙә ошондай кимәлдәге икенсе объект буласаҡ. Күлдән ағып сыҡҡан һыу асылып ябылыусы шлюз ярҙамында ишкәкле каналда гөрләп торған тау йылғаһын оҡшай һәм ағып ятҡан һыу эффекты барлыҡҡа килә.
Ерҙән ишеү каналына автомобиль һәм йәйәүлеләр юлдары үтә. Был спортсыларға һәм тамашасыларға уңайлы булһын өсөн эшләнде. Шулай уҡ территорияла видеокамералар менән яҡтыртыу мачталары һәм һыу ағымын көйләүсе комплекс операторҙары өсөн тәғәйенләнгән биналар әҙер ҙә инде. Һәм айырым – ишкәкселәр өсөн. Күңел асыу, санузелдар, тренерҙар өсөн бүлмә һәм медицина пункты ҡаралған. Тиҙҙән объектта халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй ярыштары үтәсәк.
Билдәле булыуынса, “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.