Башҡортостандың Кушнаренко районы хакимиәтендә “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты сиктәрендә үткән эшҡыуарлыҡ сәғәтендә муниципалитетта ял базаһы ойоштороу мәсьәләһе тикшерелде.
Проект инициаторы бөтә кәрәкле шарттары булған ҡунаҡ йорттарын ҡуртымға биреү буйынса бизнес-план менән таныштырҙы. Был проектты тормошҡа ашырыу өсөн эшҡыуар йәмле тәбиғәт ҡосағында ошондай ялды ойоштороу өсөн уңайлы ер участкаһын һайлаған да инде.
“Был проекттың төп концепцияһы – ҡунаҡтарҙы ҡала шау-шыуынан алыҫта, уңайлы йәшәү һәм тәбиғәт менән ҡушылыу өсөн бөтә шарттар булған ҡырағай тәбиғәт ҡосағында онотолмаҫ ял менән тәьмин итеү. Бөгөн күптәр үҙҙәренең тыуған иле, республикаһы, районы сиктәрендә отпуск үткәреүҙе өҫтөн күрә. Бындай ял итеү төрө йылдан-йыл популярлыҡ яулай, һәм бик күп бизнесмендар ял базаһын асыуҙы бизнестың перспективалы йүнәлеше булараҡ ҡарай”, – тине осрашыуҙа ҡатнашыусы.
Район хакимиәте башлығы бизнес-идеяны хупланы, аныҡ срок менән башҡарылырға тейеш эштәр протокол менән нығытылды.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.
Фото: Кушнаренко районы хакимиәте.